Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Май 2019, 16:18

“Мәғариф” милли проектына – 1,2 миллиард һум

Быйыл “Мәғариф” милли проекты буйынса республикаға 1,2 миллиард һум аҡса йәлеп ителәсәк.

Былтыр федераль кимәлдә ҡабул ителгән һәм ил Президенты Владимир Путин тарафынан ҡул ҡуйылған яңы милли проекттар 2024 йылғаса ғәмәлдә буласаҡ. Уларҙың маҡсаты Рәсәйҙең фәнни-технологик һәм социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүгә, йәшәү кимәлен яҡшыртыуға, һәр кешенең һәләтен асыу, уларҙы үҫтереү өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр тыуҙырыуға ҡайтып ҡала.

Башҡортостан бөтә милли проекттарҙа ла, ә улар барлығы 12, ҡатнаша. Мәғариф өлкәһенә бүленгән аҡсаға яңы мәктәптәр төҙөләсәк һәм төҙөкләндереләсәк, һәләтле балалар менән эшләгән үҙәктәр һалынасаҡ, белем усаҡтары һанлаштырыласаҡ, пенсия алды йәшендәге граждандарға һөнәри һәм өҫтәмә белем биреләсәк.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Читайте нас: