Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
4 Мая 2019, 07:58
Ҡояш энергияһы иҫәбенә эшләй
«Хевел» компаниялар төркөмө йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙә энергия һаҡлағыстар һәм ҙур гибрид ҡояш электр станцияһы төҙөй.
Дөйөм ҡеүәте 10 МВт тәшкил итеүсе ҡояш генерацияһы Башҡортостандың Бөрйән районында була, тип хәбәр ителә компанияның сайтында.
Бөрйән ҡояш электр станцияһы селтәр менән параллель рәүештә лә, автоном режимда ла эшләй. Шулай итеп, электр станцияһы бөтә районға электр энергияһы бирергә, ә авария йәиһә электр тапшырыу линияһында ремонт эштәрен башҡарыу осрағында автоном режимда дауахаларҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын электр менән тәьмин итергә тейеш.
Бынан алда компаниялп Бөрйән проектына инвестициялар 800 миллион һамға баһаланды, станцияны 2020 йылда сафҡа керетеү күҙалланды, тип хәбәр итә «Коммерсант-Башҡортостан» баҫмаһы. Һаҡлағыстарҙы иҫәпкә алып, проект 1 миллиард һумға тиклем ҡиммәтләнгән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"