Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Май 2019, 23:36

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар» 27-се халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар» 27-се халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығына Рәсәйҙең 37 төбәгенән һәм 10 илдән, улар иҫәбендә АҠШ, Германия, Италия, Швейцария, Ҡытай, Һиндостан, Польша, Ҡаҙағстан һәм башҡалар бар, 350 компания йыйылды.

«Өфө сираттағы тапҡыр Рәсәйҙең иң йоғонтоло, көслө тармағы вәкилдәрен үҙенә йыйҙы, — тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Шуныһы ҡыҙыҡлы: форумды 27-се тапҡыр уҙғарабыҙ, ошо ваҡыт эсендә тотош быуын үҫеп етеп, нефть һәм газ химияһы тармағында эшләп йөрөй».

Быйыл күргәҙмәнең төп темаһы – тармаҡты һанлыға үҙгәртеү. Был – Рәсәй һәм донъя иҡтисады үҫешенең яңы йүнәлеше. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге илсеһе Микко Хаутала менән 14 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан күргәҙмә стендтарын ҡарап сыҡты. Бында ҙур нефть химияһы предприятиелары, нефть машиналары эшләү лидерҙары, шул иҫәптән «Башнефть», «ЛУКОЙЛ», «Транснефть», «Газпром трансгаз» һәм башҡа компаниялар менән танышырға мөмкин.

Дүрт көн буйына 30-ға яҡын эшлекле сара, секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм фекер алышыуҙар була. Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһына Финляндия, Ҡытай, Белоруссия, Пермь крайы һәм илдең башҡа төбәктәренән делегациялар килде.
Читайте нас: