Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
21 Мая 2019, 13:17
Мутлашыусылар һаны арта
Рәсәйҙә Һаҡлыҡ банкының түләү терминалдарын файҙаланып, граждандарҙың аҡсаһын урлау осраҡтары йышайҙы.
Яңы мутлашыу схемаһының асылы шуға ҡайтып ҡала: енәйәтсе терминал янына килә, уға банк картаһын ҡуймай, ниндәй ҙә булһа операцияны һайлай һәм уны тамамламай. Һөҙөмтәлә сиратта торған икенсе кеше экранда картаны ҡуйырға һәм пин-кодты индерергә тигән яҙыуҙы күрә. Ошоларҙың барыһын да эшләгәс, бынан алдағы операция автоматик рәүештә тамамлана һәм кеше үҙенең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
Билдәләнеүенсә, трюк ҡорбан минут ярым эсендә пин-кодын индереп өлгөргән осраҡта ғына эшләй. Оҙағыраҡ ваҡыт үтһә, терминал операцияны туҡтата.
Һаҡлыҡ банкында банкомат экранындағы мәғлүмәт менән ентекле танышырға, шулай уҡ эргә-тирәлә шикле кешеләрҙең булыу-булмауына иғтибар итергә кәңәш бирҙеләр.
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"