"Асыҡ республика" системаһының мәғлүмәтләштереү һәм эшсәнлек мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин, сайтта инвесторҙар һәм бизнес өсөн ике бүлек булдырылған, тип белдерә. Порталда Башҡортостан, республикала инвесторҙар ала торған өҫтөнлөктәр, ярҙам саралары һәм ташламалар тураһында бөтә мәғлүмәт урынлаштырылған. Бында уҡ буш ер участоктарын, уларҙы билдәләү маҡсатын ҡарарға була.
Яңы эш башлаған эшҡыуар сайт ярҙамында үҙ бизнесын асырға, кәрәкле документтар алырға, уны һалым хеҙмәтендә теркәргә, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты белгестәренән онлайн-консультация ала ала.
Порталда кесе бизнес өсөн дәүләт ярҙамы саралары, субсидиялар һәм кредиттар тураһында барлыҡ мәғлүмәтте белергә мөмкин. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте башлығы Александр Сидякин аңлатыуынса, икенсе этапта портал инде яңы форматта эшләй башлаясаҡ.
Эшҡыуар, үҙ шәхси кабинетын булдырып, унда барлыҡ мәғлүмәттәрҙе керетә ала һәм банк йәки ведомстволар ИНН буйынса уға субсидия йәки кредит биргәнсе, үҙ бизнесы тураһында бөтә мәғлүмәтте ҡарай аласаҡ. Мәҫәлән, фермерға теге йәки был финанс ярҙам алыу өсөн ведомство йәки банктар буйынса йөрергә кәрәкмәй.
Порталда заявка ҡалдырырға һәм шунда уҡ ҡабул ителгән ҡарар тураһында белергә мөмкин буласаҡ. Сайтта, мәҫәлән, төҙөлөшкә рөхсәт тә алырға мөмкин буласаҡ.
Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе инвесторҙар һәм бизнесмендарҙың инде хәҙер үк республика райондарында һәм ҡалаларында уҙғарыла торған эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә ҡатнашыу өсөн ғаризаларын ҡалдыра алыуҙарын аңлатты. Бөгөнгө көнгә 240 миллиард һумлыҡ инвестиция проекттары менән 1060 ғариза бирелгән дә инде. Бизнес-портал ағымдағы йылдың ноябрь айында эшләй башлаясаҡ.
Радий Хәбиров инвестицион портал булдырыу буйынса башҡарылған эште юғары баһаланы, кесе һәм урта бизнес, шулай уҡ инвесторҙар өсөн яҡшы мөмкинлек булдырылыуын билдәләп үтте.