Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Май 2019, 14:15

Өфө байрамға әҙерләнә

Өфө хакимиәте 12 июндә ҡаланың Тыуған көнө уңайынан һигеҙ майҙансыҡта байрам сараларын ойоштороу өсөн 1,5 миллион һум тотонорға әҙер

Рәсми сайтта баҫылған дәүләт һатып алыуҙары документтарына ярашлы, аҡса сценарий яҙыуға, режиссер-ҡуйыусы һәм техник төркөм, алып барыусылар, тауыш режиссерҙары, операторҙар йәлеп итеүгә йүнәлтелә.

«2019 йылдың Ҡала көнөнә арналған байрам программаһы юғары художестволы тематик театрлаштырылған тамашанан торорға тейеш. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы символикаһын трансляциялау һәм «Өфө – Беренсе Республиканың баш ҡалаһы» театрлаштырылған тамашаһын ойоштороу мотлаҡ», — тиелә документтарҙа.

Бынан тыш, аукцион еңеүсеһе сәхнә ҡороуҙан тыш, байрам тамамлағас, ике сәғәт эсендә конструкцияны һүтеп алырға бурыслы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Өфө 445-се тыуған көнөн билдәләй.
Читайте нас в