Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Май 2019, 16:59

100 туҡталыш павильоны өсөн 100 миллион һум

Өфөгә 100 туҡталыш павильоны һатып алыу һәм төҙөү өсөн 100 миллион һум бүленә.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының эшсе төркөмө ултырышында республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин ошо хаҡта белдерҙе. Депутаттар фекеренсә, республикала автобус туҡталыштары етешмәй. Ауылдарҙа йәшәүселәр ултырып китә алмай. Юлдарҙы капиталь төҙөкләндереү барышында туҡталыш павильондарын ҡуйыу күҙ уңында тотолмай.

Башҡортостан парламенты вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов билдәләүенсә, ауылдарға боролоштар ҙа ҡаршылыҡ кәртәләре менән ябып ҡуйыла.

«Мәҫәлән, Өфө – Стәрлетамаҡ юлы төҙөкләндерелгәндән һуң ҡайһы бер ауылдарҙа йәшәүселәр төп юлға урап сығырға мәжбүр. Автобус менән балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү ваҡыты артты, ашығыс хеҙмәт автомобилдәренә ауылдарға барып етеү ҡатмарлыраҡ», — тине парламентарий.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары әйтеүенсә, бындай проблема бар һәм улар уны юл ойошмалары менән берлектә хәл итергә тейеш.

Туҡталыштарҙың юҡлығы пассажирҙарҙың хәүефһеҙлегенә лә йоғонто яһай. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының юл инспекцияһы, хәрәкәтте ойоштороу һәм техник күҙәтеү бүлеге начальнигы Антон Свириденко һүҙҙәренсә, рөхсәтһеҙ эшләгән ташыусылар пассажирҙарҙы ҡайҙа тура килә, шунда төшөрөп ҡалдыра, был иһә уларҙың ғүмеренә хәүеф тыуҙыра.

Эшсе төркөм ағзалары юл ведомствоһына ошо мәсьәләне өйрәнергә һәм республикала туҡталыш павильондарын төҙөү буйынса тәҡдимдәр индерергә кәңәш итте.
Читайте нас: