Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Июнь 2019, 14:19

Башҡортостан - аграр төбәк

“Инвестор Йорто”нда “Агросәнәғәт парктары. Башҡортостан агросәнәғәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыу” темаһына кәңәшмә уҙҙы. Сара Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы тарафынан ойошторолдо.

Сарала Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Нефтекама, Иглин, Өфө, Бөрө, Ауырғазы, Илеш райондарынан йәш фермерҙар ҡатнашты. Дискуссияға Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты, Рәсәйҙең Органик игенселек берлеге, ҡала проекттарын үҫтереү фонды вәкилдәре, иҡтисадсылар, агропредприятие етәкселәре ҡушылды.

Эш маҡсаттарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләне.

– Башҡортостан – аграр төбәк, шуға күрә беҙ был йүнәлештә эшләй башланыҡ. Маҡсат — агросәнәғәт комплексы тармағын үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, республика халҡын урында етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу. Шулай уҡ, Башҡортостан агропарктарын тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү ҡоралы булараҡ үҫеш перспективалары тураһында фекер алышыу бурысы тора. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, Үҫеш корпорацияһы яңынан эшләй башланы. Эштең стратегик йүнәлештәре билдәләнде. Беҙ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа партнерҙар булырға әҙер. Проект буйынса уртаҡ эш яңы инвесторҙарҙың төбәккә тағын да ышаныслыраҡ инә барыуына ярҙам итер тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Үҫеш корпорацияһы генеральный директоры Раил Сарбаев.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: