Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
10 Июня 2019, 12:42
Мутлашыусыларға яза ҡаты буласаҡ
Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренә ҡабаттан рөхсәтһеҙ тоташтырған өсөн ҙур штрафты күҙ уңында тотҡан төҙәтмәләр индерелде.
Добавить в предпочтительные источники Google
Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған закон Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 7.19-сы статьяһына яңы бүлек индерә. Төҙәтмәләргә ярашлы, электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренә ҡабаттан рөхсәтһеҙ тоташтырған өсөн «граждандарға — 15-30 мең һумға, вазифалы кешеләргә 80-200 мең һумға тиклем штраф йәки икенән алып өс йылғаса квалификацияһын алыу ҡаралған; юридик берәмектәргә — 200-300 мең һум».
Әммә яңы бүлек нефть, газ һәм нефть продукттары үткәргестәренә рөхсәтһеҙ тоташтырыу осраҡтарына ҡағылмай, тиелә документта. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә.
Селтәрҙәргә рөхсәтһеҙ тоташтырған өсөн беренсе тапҡыр физик берәмектәргә — 10-15 мең, вазифалы кешеләргә — 30-80 мең, юридик берәмектәргә 100-200 мең һум штраф һалына.
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"