Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Июнь 2019, 19:57

Милли проект: "Геофизик" ниндәй төҫ алыр?

Республикабыҙҙың Октябрьский ҡалаһындағы “Геофизик” скверы биләмәһе төҙөкләндерелә башланы.

Был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Октябрьскийҙағы бер нисә биләмәне төҙөкләндереү кәрәклеге мәсьәләһе былтыр күтәрелеп, эш төркөмө тарафынан ултырыштар үткәрелгән, 2018-2019 йылдарҙа яңыртылырға тейешле урындар рейтинг тауыш биреү ярҙамында һайлап алынған. Һөҙөмтәлә халыҡтың күпселеге “Ял” һәм “Геофизик” скверҙарына туҡталған.

Тәүгеһендә эш теүәлләнгән дә инде. “Геофизик”ты капиталь ремонтлау буйынса проект ҡарарҙары иһә “Стройпроект” компанияһы белгестәре тарафынан эшләнгән. Дөйөм хаҡ – 13 миллион һум. Проектта биләмәне планировкалау, үҙәк аллеяны төҙөкләндереү, баҫҡыстарҙы ремонтлау, ваҡ таштарҙан йәйәүлеләр юлы, велосипедсылар өсөн асфальт юл һалыу ҡаралған.

Сквер үҙәгендә спорт һәм балалар майҙансыҡтары, туҡталҡа булдырыласаҡ, яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ, биләмә тотошлай йәшелләндереләсәк. Өҫтәүенә уға инеү өсөн алты яҡтан юл асыла, дүртәүһе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә тәғәйенләнәсәк.

Дөйөм алғанда, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында быйыл республикала 1,4 миллиард һумдан ашыу суммаға йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла. Төбәгебеҙҙең 63 ҡала-районында атҡарыласаҡ был эш башланып тора.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: