Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Июнь 2019, 09:24

Халыҡ мәнфәғәтенә

Быйыл Башҡортостанда дөйөм дәүләт проекттарын бойомға ашырыу сиктәрендә 40-тан ашыу социаль объект асыласаҡ, тип хәбәр итә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Санкт-Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумында “Россия-24” телеканалы эфиры аша.

-- Быйыл дөйөм дәүләт проекттары сиктәрендә беҙ 22 мәктәп, 19 балалар баҡсаһы, 2 балалар поликлиникаһы, 10 фельдшер-акушерлыҡ пункты, бассейндар һәм физкультура-сәламәтләндереү комплекстары асабыҙ, -- тине ул.

Төбәк өсөн бигерәк тә “Сәламәтлек һаҡлау” дөйөм дәүләт проектын бойомға ашырыу мөһим, уға граждандарҙың тормош сифаты туранан-тура бәйле, тип билдәләп үтте Радий Хәбиров.

Төбәк власы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика 2024 йылға тиклем 12 йүнәлеш буйынса дөйөм дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыуға 170 миллиард һумдан артыҡ аҡса аласаҡ.

2018 йылдың 7 майында Президент Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһының 2024 йылға тиклем үҫешенең стратегик бурыстары һәм дөйөм дәүләт маҡсаттары тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан;

#ВладимирПутин
Читайте нас: