Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Июнь 2019, 21:37

Республикала кардиология диспансеры буласаҡ

4 июлдә Республика кардиология диспансерының яңы хирургия корпусын төҙөү башлана.

0 июндә подрядсы ойошманы һайлау буйынса аукцион уҙҙы, аукцион еңеүсеһенең исеме 17 июндә билдәле була. Был хаҡта бөгөн Республика кардиология үҙәгендә уҙған «Һаулыҡ сәғәте» форматындағы күсмә кәңәшмәлә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин һөйләне. Медицина учреждениеһын реконструкциялауҙың дөйөм хаҡы алты ҡатлы хирургия корпусы төҙөлөшө менән бергә 6 миллиард һумға баһалана. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин «Башинформ» агентлығына төҙөлөшкә аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленеүен асыҡланы. Башҡортостан федераль үҙәктән дауалау учреждениеһын реконструкциялауға 2,5 миллиард һум һорай, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында федераль субсидиялар бүлеү мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән. Хирургия корпусы төҙөлөшө ике йылдан тамамлана һәм контракт шарттары буйынса 2,62 миллиард һумға төшә.

«Был диагнотикалау үҙәге менән заманса комплекс була. Пациенттар өсөн ике урынлыҡ уңайлы палаталар, заманса медицина ҡорамалдары. Хирургия корпусы төҙөлөп бөткәс, бинаның тәүге өс ҡатын реконструкциялау башлана», — тине Максим Забелин.

Шулай уҡ спорт майҙансығы, яңы заманса конференциялар залы, дауахананың кескәй пациенттары өсөн уйын һәм ял зоналары асыла.

«Объект бик мөһим һәм технологик яҡтан ҡатмарлы, бөтә эштәр билдәләнгән ваҡытта башҡарылырға тейеш. 2021 йылдың йәйендә уның асылыуын көтәбеҙ», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Алдағы алты йылда Башҡортостанға «Һаулыҡ һаҡлау» проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 16,5 миллиард һум бүленә. Был аҡса инфарктҡа һәм яман шешкә ҡаршы көрәшкә, яңы балалар поликлиникаларына һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарына йүнәлтелә. Ошо сумманың 4,9 миллиард һумын республика ағымдағы йылда алырға тейеш. Шуның 666 миллион һумын медицина онкология ойошмаларын яңынан йыһазландырыуға тотоноу күҙаллана. 2020 йылда быға сығымдар миллиард һумдан ашып китә. Өфөлә онкология диспансерының яңы хирургия корпусы төҙөлөп бөтөп, сафҡа индерелә. Район дауаханаларында онкология бүлексәләре асыла. 500 миллион һум — яңы дауалау учреждениеларын һалыуға, ә 296 миллион һум — балалар поликлиникаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға, тағы 260 миллион ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункттарына һәм күсмә медицина комплекстарына йүнәлтелә.
Читайте нас: