Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Июнь 2019, 13:26

Ниһайәт, балалар пособиеһы арта...

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев өс йәшкә тиклем йәштәге балаларға пособиены 50 һумдан төбәктә балаға тәғәйенләнгән йәшәү минимумы күләменә ҡәҙәр арттырырға тәҡдим итте.

Бындай ярҙамды мохтажлыҡ кисереүче ғаиләләр генә аласаҡ. Пособиеның әлеге күләме 1994 йылда индерелгән булған һәм шунан һуң индексланмаған. Премьер-министр социаль ярҙам системаһында бындай хәл булырға тейеш түгел, тигән фекерҙә.

Элегерәк Дмитрий Медведев, табышы ике йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләр 2020 йылдан тәүге бала өсөн түләүҙәр ала башлаясаҡ, тигәйне. Шулай уҡ, ул, әлеге ваҡытта өсөнсө һәм унан һуң бала тыуған осраҡта ипотека кредитын түләү өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙе индереү мәсьәләһе хәл ителә, тип белдерҙе.

Уның күләме 450 мең һум тәшкил итәсәк.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: