Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Июнь 2019, 17:41

Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр 46,65 һумға ҡиммәтләнә

Өфөлә коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы уртаса 46,65 һумға арта, тип хәбәр итте Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә

1 июлдән республикала тариф 2% ҡиммәтләнә. Волга буйы федераль округының тағы һигеҙ төбәгендә хаҡ арта. Пенза өлкәһе һәм Пермь крайы тарифты 4%, Татарстан — 3%, Киров өлкәһе 2,8% күтәрҙе.

Башҡортостанда фатир өсөн түләүҙең 47,2% йылытыуға тура килә. Хеҙмәттең был төрө 1,85% арта. 1 Гкал йылылыҡ энергияһының хаҡы 1 июлдән 1992,89 һум була (элекке тариф — 1956,76 һум). Сағыштырыу өсөн: Түбәнге Новгород өлкәһендә 1 Гкал — 2363 һум, Ырымбурҙа 1586,66 һум тора.

Республикала электр энергияһына тариф 3,6% артып, 1 КВт сәғәт уртаса 3,17 һум була. Түбәнерәк тариф Ырымбур өлкәһендә генә – 3,08 һум. Волга буйы федераль округындағы иң юғары хаҡ Һамар өлкәһендә – 1 Квт сәғәт 4,17 һум.

Башҡортостанда газға тариф йыл башында бер кубометры 7,1 һум тәшкил итте (Һамарҙа — 7,38 һум, Һарытауҙа — 5,27 һум). 1 июлдән тариф 1,4% индексациялана — һөҙөмтәлә 7,2 һум.

Һыу менән тәьмин итеү 1,85% арта — бер кубометры 25,57 һумдан 25,96-ға тиклем. Һыу бүлеү – 1,4%: бер кубометры 25,91 һумдан 26,28 һумғаса. Хеҙмәттең ошо төрөнөң хаҡы буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында дүртенсе урында. Киров өлкәһе тарифы: һыу бүлеүҙең бер кубометры – 29,10 һум, һыу тәьминәтенең – 33,94 һум. Иң арзаны Сыуашстанда — 19,74 һум һәм 20,22 һум.
Читайте нас: