Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Июнь 2019, 09:21

Мәшәҡәтле, әммә табышлы

Баҡалы районында бер нисә йыл ҡош-ҡорт үҫтергән Игорь Филипповҡа бөтә ғаиләһе булыша

Әле уның хужалығында ике меңдән ашыу бройлер һәм биш мең ҡаҙ үҫтерелә. Ҡош-ҡортҡа ихтыяждың ҙур булыуы бәхәсһеҙ. Ҡош ите файҙалы, тиҙ үҙләштерелә, әҙерләүе лә еңел. Шуға күрә ҡулланыусылар уларҙы ғаилә байрамдарына күпләп ала.

Игорь Гертрудович бөгөнгө уңыштар менән генә сикләнергә уйламай, шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, үҙ эшен асмаҡсы. Яңыраҡ районда үткән “Эшҡыуар сәғәте”ндә уның проекты хаҡында фекер алышыу ойошторолдо. Тәүге этапта “Боҙор” ауыл хужалығы етештереү комплексының биналарын алыу һәм рәсмиләштереү талап ителәсәк. Район хакимиәте башлығы А. Андреев ауыл хужалығы идаралығы белгестәренә ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүҙе йөкмәтте.

Ауыл хужалығы – район өсөн иҡтисадтың төп тармағы ғына түгел, баҡалыларҙың күпселеге өсөн йәшәү рәүеше лә, муллыҡ, именлек һәм киләһе көнгә ышаныс нигеҙе лә. Уңыш алыу, иген игеү, мал-тыуар үҫтереү еңел бирелмәгәнен эшһөйәр ауыл кешеһе яҡшы аңлай. Һәр йыл үҙенсә килә, тәбиғәт көйһөҙлөктәре лә, ҡояш йомартлығы ла төрлө йылда төрлөсә. Хужалыҡ етәкселәре тармаҡты өр-яңы техника менән ҡоралландырыуҙы дауам итә, лизингка ла, үҙ иҫәбенә лә һатып ала.

Шуныһын айырыуса билдәләп үтке килә: бөтә башланғыстар, яңы идея һәм күтәрә алмаҫлыҡ тойолған проекттар ныҡлап өйрәнелә, дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Эшҡыуарлыҡҡа тотонорға баҙнат иткән Игорь Филиппов та етәкселектең хуплауы һәм дәүләт ярҙамы менән анһат бирелмәгән ҡошсолоҡ тармағына үҙ өлөшөн индерәсәк. Тырышҡанда, кеше ҡайҙа ғына эшләмәһен, бер ҡасан да хур булмаясаҡ. Ҡошсолоҡ иһә, мәшәҡәтле булһа ла, килемле, һәр кемгә таныш тармаҡ.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: