Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Июль 2019, 08:59

Һөт һатыуҙа яңы ҡанун үҙ көсөнә инде

Талап буйынса составында үҫемлек майы булған һөт ризыҡтары һөт һәм һөт аҙыҡтарынан айырым кәштәләрҙә урынлаштырылырға тейеш.

Закондың үтәлешен “Халыҡ контроле” проекты ағзалары тикшерҙе. Магазин кәштәләре төрлө ризыҡтарҙан һығылып тора. Күптәр уларҙың тышында нимә яҙылғанын уҡып та тормай кассаға ашыға. Әммә белгестәр мәғлүмәт менән ентекләп танышырға саҡыра. Был айырыуса һөт һәм һөт ризыҡтарына ҡағыла. Йыл башынан һөт ризыҡтарын мотлаҡ маркировкалау башланды. Ә 1-се июлдән иһә һөткә ҡарата яңы закон ғәмәлгә инде. Яңы ҡануниәткә ярашлы, составында үҫемлек майы булған һөт ризыҡтары һөт һәм һөт аҙыҡтарынан айырым кәштәләрҙә урынлаштырыла.

Мәҫәлән, был магазинда ошондай билдәләр ҡуйылған. Был билдәләр кәштәләрҙең ҡайһы урынында тәбиғи һөт ҡуйылғанын күрһәтә. Һатып алыусыға һөт ризыҡтары составы хаҡында мәғлүмәт биреү хәҙер магазиндарҙың бурысы. Икенсе магазин селтәрендә был мәғлүмәт ваҡ хәрефтәр менән хаҡтар күрһәткесендә яҙылған, өсөнсөһөндә ҡыҫҡартылып баш хәрефтәр генә теркәләгән. Ғәмәлгә ингән закондың үтәлешен “халыҡ контроле” проекты вәкилдәре тикшерҙе. Закон туңдырма, сыр һәм башҡа һөт ризыҡтарына ла ҡағыла. Халыҡ контролерҙарының иҫкәртмәләренән һуң магазин хеҙмәткәрҙәре һөт ризыҡтарын талапҡа ярашлы урынлаштыра башланы.

Закон үтәлмәгән осраҡта һатыу нөктәләренә административ штраф һалынасаҡ. Ә бына кескәй балалар өсөн Башҡортостанда берҙәм һөт аҙыҡтары кухняһы булдырыла. Советтар Союзы заманында эшләгән комбинаттар 2000-се йылдарҙа ябылғайны. Июль башында Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй башлаған һөт кухняһы аҙыҡтары менән хәҙер Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай райондары һәм Салауат ҡалаһы тәъмин ителәсәк. Республикала 150 меңдән ашыу 3 йәшкә тиклемге бала иҫәпләнә, уларҙың һәр береһенә саф һәм тәбиғи һөт ризыҡтары талап ителә. Ошондай уҡ етештереү комбинаты 31 декабргә тиклем Октябрьский, Сибай, Нефтекама һәм Белоретта асыласаҡ.
Читайте нас: