Әлеге ваҡытта 72,8 миллион бер тинлек әйләнештә йөрөй. Ун тинлектәр һәм илле тинлектәр миллиардтар менән иҫәпләнә. Тинлектәрҙең дөйөм суммаһы 6,6 миллиард һум тәшкил итә.
Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ваҡ аҡсалар әйләнешкә ҡайтмай, граждандар кеҫәһендә ҡала. Әммә уларҙы әйләнешкә индереү мөһим, әлегә тиндәрҙән ҡотолорға бер кемдең дә иҫәбе юҡ.