Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
15 Июля 2019, 07:05
Эксперттар һөткә хаҡтар буйынса Башҡортостандың иң ҡиммәт ҡалаһын атаны
Башҡортостанстат, һайланма күҙәтеү мәғлүмәттәре буйынса, июнь айына 2,5-3,2 проценты ҡуйылыҡтағы ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөткә уртаса ҡулланыу хаҡтарын баҫып сығарҙы.
Атап үткәндә, иң ҡиммәт һөт Өфөлә һатыла. Был эсемлектең бер литры уртаса 48,51 һум тора. Икенсе урында – Урал аръяғының баш ҡалаһы – Сибай. Бында һөттө 46,24 һумға һатып алырға мөмкин. Өсөнсө урын Нефтекамала – бер литры 45,7 һум. Иң арзан һөт Стәрлетамаҡта һатыла – бер литры 43,94 һум.
Башҡортостанда һөттөң уртаса хаҡы — 47,1 һум.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, хаҡтар июндә ағымдағы йылдың ғинуары менән сағыштырғанда ярайһы үҙгәргән. Мәҫәлән, ҡышын иң ҡиммәт һөтНефтекамала һатылған (47,67 һум). Өфөлә эсемлектең бер литры 47,36 һум торған, Сибайҙа – 44,17 һум, Стәрлетамаҡта – 43,05 һум.
Ғинуарҙа бер литр һөттөң уртаса хаҡы 46,19 һум тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"