Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Июль 2019, 08:56

Дөйөм дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу

Кисә Хөкүмәт йортонда республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала дөйөм дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса Проект комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре һәм йыл аҙағына тиклем мөһим булған мәсьәләләр ҡаралды.

Вице-премьер – Хөкүмәт аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов дөйөм дәүләт проекттарын тормышҡа ашырыу мониторингы һөҙөмтәләре, уларҙы федераль һәм республика бюджетынан финанслау хаҡында һөйләне.

- Республикала 2024 йылға тиклем дөйөм финанслау менән 172 миллиард һум күләмендә 58 төбәк проекты тормошҡа ашырыла, - тине Илшат Тажетдинов. – Иң ҙур суммалар –150 миллиард һумдан ашыу аҡса “Экология”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, ”Тораҡ һәм ҡала мөхите”, “Демография”, “Сәламәтлек һаклау”, “Мәғариф”, “Мәҙәниәт” проекттарын тормышҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.

Төбәк проекттары етәкселәре һөҙөмтәләр, ирешелгән маҡсатлы күрһәткестәр хаҡында һөйләне, финанс тәртибенә иғтибар бүлеп, йыл аҙағына ҡәҙәр өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләне.

Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса Радий Хәбиров йөкләмәләр бирҙе, “Демография” һәм “Тораҡ һәм ҡала мөхите” дөйөм дәүләт проекттарының маҡсатлы күрһәткестәренә ирешеү юлдарын ныҡлы уйларға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас: