Дим буйҙары
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Июль 2019, 01:32

Уртаса эш хаҡы

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы быйыл майҙа 37 403 һумға етте. Ул былтырғынан 3,6 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта.

Дөйөм алғанда 2019 йылдың ғинуар-майында төбәктә уртаса эш хаҡы 34 732 һум тәшкил иткән.

Ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда иң юғары эш хаҡы кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәрҙә. Ағымдағы йылдың биш айында уртаса – 67 149 һум.

Ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы был ваҡыт эсендә 59 538 һумға тиклем артҡан.

«Эш» рейтингының тәүге өсәүһенә профессиональ, ғилми һәм техник эшмәкәрлек менән мәшғүлдәр, шулай уҡ химия сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре ингән – 51 183 һәм 50 900 һум.

Киреһенсә, республикала иң бәләкәй эш хаҡы күн һәм күндән әйберҙәр етештереү менән мәшғүлдәрҙә – ғинуар-майҙа уртаса – 13 767 һум.

Саҡ ҡына күберәк мебель етештереүселәр алған – 15 297 һум.

Төбәктә иң түбән эш хаҡы буйынса өсөнсө урында — «кейем етештереү». Был өлкәлә эшләүселәрҙең уртаса эш хаҡы 18 470 һум булған, тип йомғаҡланы статистиктар.
Читайте нас в