Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Июль 2019, 09:26

Һеҙҙең күрһәткестәр яҡшы

Өфөлә "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты бурыстарына ярашлы үткән “Экспортлау ваҡыты” II халыҡ-ара форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән етәкселәр, эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Йыйындың төп маҡсаты – Башҡортостан эшҡыуарҙарына тауарҙарын халыҡ-ара баҙарға сығарыуға булышлыҡ итеү.

Форум сиктәрендә Баш­ҡорт­остан Башлығы вазифа­һын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәй экспорт үҙәге” генераль директоры Андрей Слепнев, Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Андрей Круглов, Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынба­ҫары Василий Осьмаков ме­нән осрашты. Улар республика тауар етештереүселәре про­дукцияһын үҫтереү мәсьә­ләләре, хеҙмәттәшлек мөмкин­лектәре хаҡында фекер алышты.

– “Рәсәй экспорт үҙәге” яр­ҙамы менән беҙ предприятие­ларыбыҙҙы тышҡы баҙарға сығарыу буйынса системалы нигеҙҙә эш төҙөнөк, – тине Радий Хәбиров.

Андрей Слепнев иһә тө­бәк­тә предприятиеларҙың көнәр­кәш­леген үҫтереү буйынса эш алып барылыуы, шулай уҡ экс­порт тауарҙарының төр­лө­лөгөн, сит ил баҙарына нығы­раҡ үтеп инеүен билдә­ләне. Былар барыһы ла тыш­ҡы сау­ҙа әйләнешен үҫтереү­гә, уңыш­ҡа өлгәшеүгә булыш­лыҡ итә.

Йыйындың тәүге өлөшөндә семинарҙар, оҫталыҡ дәрес­тәре үткәрелде, эшҡыуарҙар бөгөн донъя баҙарында үҙең­дең хыялыңды тормошҡа ашы­рыу, экспорт хеҙмәтлән­дереүенең, электрон коммер­цияның үҙенсәлектәре һәм программалары менән танышты. Сит илдәрҙән килгән йүн­селдәр үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Радий Хәбиров сараның пленар өлөшөндә бөгөн тө­бәктә етештерелгән продукцияны экспортҡа оҙатыу йә­һәтенән шаҡтай эштәр башҡа­рылыуы хаҡында һөйләне.

– Башҡортостан халыҡ-ара кооперация үҫеше буйынса милли проектты тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Биш төбәк проекты сиктәрендә беҙ кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларын донъя баҙарына сығарыу мәсьәлә­ләрен хәл итәбеҙ, – тине республика етәксеһе.

Артабан Радий Фәрит улы билдәләүенсә, элек предприя­тиеларға экспорт менән үҙ­аллы шөғөлләнергә тура кил­һә, хәҙер улар тулыһынса дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. 2015 – 2017 йылдарҙа республикала тышҡы сауҙа әйләнеше түбән төшһә, хәҙер үҫеш күҙәтелә. Экспорт күләме кәмеһә лә, уның сеймал бул­маған өлөшө 15 процентҡа артҡан. Төбәктә эшен экспорт­ҡа йүнәлткән 800 компания булһа, уның 650-һе кесе эш­ҡыуарлыҡ өлөшөнә тура килә. Шуның өсөн республика “Рә­сәй экспорт үҙәге” ҡурсауын­дағы “Экспорт форсажы” проектына ингән.

Радий Фәрит улы Рәсәй экспорт үҙәгенән республика предприятиеларының документтарын ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартыуҙы һораны. Уның фекеренсә, экспортҡа кредит биреүҙе хәл иткәнсе – бер ай, ә страховкалауға ике аҙна ваҡыт етә. Бынан тыш, республика етәксеһе башҡа ил­дәрҙә вәкиллектәр булдырыу киләсәктә ошо юҫыҡтағы бәй­ләнеште үҫтереүгә, республикала етештерелгән продукцияны экспортҡа әүҙем оҙа­тыуға булышлыҡ итәсәген белдерҙе.

– Бер ай элек Австрияла республика вәкиллеген астыҡ. Йыл аҙағына Төркиәнең Истанбул ҡалаһында ла шундай структура барлыҡҡа киләсәк, – тине Радий Фәрит улы.

Әйткәндәй, әле Словакия, Болгария һәм Чехияла сауҙа йорттары уңышлы эшләй.

Радий Хәбиров республи­каның экспорт өлөшөнөң бө­тәһе лә үҙебеҙҙең иҫәпкә индерелмәүе хаҡында бел­дерҙе. Андрей Слепнев бының менән килешеүен әйтте. Мәҫәлән, Мәскәү Рәсәйҙә игенде сит илгә һатыу буйынса иң алдынғы төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә. Ә унда бит ауыл хужалығы ерҙәре юҡ. Сарала республиканың предприятие етәкселәре лә сығыш яһаны, үҙ фекерҙәрен, дәғүә­ләрен белдерҙе.

Башҡортостан менән “Рә­сәй экспорт үҙәге” электрон сауҙа каналдары буйынса Рәсәйҙең сеймал булмаған экспортын үҫтереүгә һәм “Экспорт форсаж” акселерация программаһын берлектә тор­мошҡа ашырыу тураһында ике килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Әйткәндәй, һуңынан мат­буғат хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу булды. Радий Фәрит улы журналистарҙың һора­уына: “Сеймал булмаған экспорт өлөш буйынса үҫеш бар. Беҙҙе эшкәртеү, машиналар төҙөлөшө, химия сәнәғәте тармағындағы һөҙөмтәләр ҡыуандыра. Шуға ла беҙҙә был йүнәлештә эш алға бара”, – тип яуапланы. “Республи­каның сеймал булмаған өлө­шөн нисек баһалайһығыҙ?” тигән һорауға Андрей Слеп­нев: “Башҡортостан үҙенең экспортын киңәйтеү һәм унан файҙа алыу буйынса етди аҙым эшләне. Бер нисә йыл эсендә ситкә тауар һатыу күләме 24 проценттан 42-гә ет­те. Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса ла ыңғай үҫеш күҙәтәбеҙ. Был Рәсәйҙең башҡа төбәктәре күрһәткестәренән шаҡтай айырыла”, – тип баһа бирҙе.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: