Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
22 Июля 2019, 04:38
Путин ипотека ставкаларын кәметеү яҡлы
Ипотека ставкаларын кәметеү, шулай уҡ балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программалары тураһында Президент Магнитогорскида металлургия комбинаты хезмәткәрҙәре менән һөйләште.
"Ипотека - тораҡ менән тәьмин итеүҙең мөһим ҡоралы", - тип белдерҙе Владимир Путин. Рәсәй халҡының яҡынса 45 проценты торлаҡ шарттарын яҡшыртырға планлаштыра, тине ул.
Хөкүмәт һәм Үҙәк банкның бурысы - ставканы 8 проценттан да түбәнерәк итеү, тип дауам итте дәүләт башлығы. Был иҡтисад һәм банктар өсөн кредиттар хаҡы менән туранан-тура бәйле. Үҙәк банк хәҙер төп ставканы кәметте һәм ипотека буйынса ставкалар ҙа түбәнәйҙе, тине Президент.
"Йылдың икенсе яртыһында, эксперт баһалауҙары буйынса, ипотека ставкалары 10 проценттан кәмергә тейеш", - тип белдерҙе Путин. Шул уҡ ваҡытта ике балалы ғаиләләр - 6 процент ставка менән ипотека алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, ә өсөнсө балаһы булған ғаиләләр быйылдан ипотека кредиты өлөшөн түләү өсөн 450 мең һум алырға мөмкин, тип иҫкәртте ул.
Шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн дә шундай саралар керетеләсәк, тине дәүләт башлығы.
#ВладимирПутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән