Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
24 Июль 2019, 08:40
«Алексеевка» совхозы быйыл 578 миллион һумға реконструкция эшләйәсәк
БР «Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы быйыл теплицаларға реконструкция үткәрәсәк һәм уларға ассимиляция яҡтылығы системаһы, тышҡы электр селтәрҙәре ҡорасаҡ. Бының турала республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Проекттың хаҡы 578 миллион һум тәшкил итә. Ул ике этапта башҡарыласаҡ. Тәүгеһендә 2,5 гектар майҙанлы теплица, икенсеһендә 5,31 гектарлыҡ теплица үҙгәртеп ҡороласаҡ.
Быларҙың барыһы ла производство күләмен арттырыуға, ябыҡ тупраҡ йәшелсәләре сауҙа әйләнешен арттырыуға килтерәсәк. Яңыртылған теплицалар йыл әйләнәһенә, шул иҫәптән сауҙала иң юғары хаҡ ҡуйылған мәлдә йәшелсәләр үҫтерергә, халыҡтың ҡышҡы осорҙағы һорауын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк.
«Алексеевка» совхозы ҡаплаулы тупраҡта йәшелсә үҫтерергә махсуслашҡан. Ул ҡыяр, помидор, йәшел һуған, борос, баклажан, редис, йәшел культуралар менән республиканың район-ҡалаларын тәьмин итә.
http://www.ye02.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"