. Был аҡса «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проектын үтәү өсөн йүнәлтелә. 2024 йылға тиклем республикала базалы сеймал булмаған өлкәләрҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге 30 процентҡа арттырыласаҡ.
«Маҡсатлы ориентирҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республиканың 196 предприятиеһын, шул иҫәптән быйыл 50-һен проектта ҡатнаштырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда милли проектта 28 ойошма ҡатнаша. Һаҡсыл производство принциптары булған урындарҙа процесс атҡарыу ваҡыты, эшләнеп бөтмәгән күләмдәр, брак кәмегән, етештереү артҡан», — тип Лилиә Мәжитова.
Быйыл маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн проектҡа кәмендә тағын 22 предприятиены индереү кәрәк. Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә был бурысты үтәргә ҡушты.
«Беҙ хеҙмәт етештереүсәнлеге тураһында һөйләй башлағанда кешеләр беҙҙе тағы ла күберәк эшләргә ҡушасаҡтар, аҙаҡтан ҡыҫҡартасаҡтар тип уйлай. Беҙ әле бының турала һөйләмәйбеҙ, — тине төбәк етәксеһе. — Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу маҡсаты — кешеләрҙе кәрәкмәгән эштән азат итеү. Тап ошо позитив эффект бирәсәк. Бер кем бер кемде лә ҡыҫҡармаясаҡ, киреһенсә предприятелар үҫешәсәк».
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан