Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Июль 2019, 19:48

Итәк ҡырҡып, ең ялғарға тырышабыҙ шикелле...

Эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялауҙы туҡтатыу тураһындағы закон бынан дүрт йыл элек ҡабул ителде.

Алексей Кудрин был мәсьәләгә яңынан ҡайтырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, пенсияны индексациялау - пенсия йәшен арттырыуға ҡарағанда ғәҙелерәк сара.

Иҫәп палатаһы аудиторы Светлана Орлова пенсияларҙы индексациялауҙы туҡтатыуҙың тәьҫирле булмауын белдерҙе. Пенсия фондының бюджеты тулыландырылмаған, ә эшләп йөрөгән хаҡлы ялдағыларҙың күбеһе хеҙмәт урынын ташлаған.

Ысынлап та хеҙмәттәге пенсионерҙарҙың һаны йылдан-йыл кәмей. Шулай итеп, Пенсия фонды Рәсәй бюджетына бәйлелеген һаҡлаясаҡ әле. 2020 йылда федераль бюджеттан страховка пенсияларын түләүгә ике триллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: