Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Август 2019, 08:43

Милли проект: етешһеҙлекте үҙ иҫәбенә төҙәтәләр

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктә "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшереллде.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов милли проект нигеҙендә һалынасаҡ һәм төҙөкләндереләсәк автомобиль юлы, ҡуйыласаҡ светофорҙар, ҡоймалар, яҡтыртҡыстар күләме тураһында һөйләне.

Төбәк етәксеһе юл ремонтлау сифатына иғтибарҙы йүнәлтте.

– Ниндәй генә районға, ҡалаға бармайым, һәр ерҙә юл сифатына ҡағылышлы һорау бирәләр, – тине Радий Хәбиров. – Ял көндәрендә Өфөнөң үҙәге буйлап үттем. Ленин һәм Коммунистик урамдары киҫелешендә танктар йөрөгән кеүек тәьҫир ҡалды.

Тимур Мөхәмәтйәнов башҡарылған эшкә даими контролдең тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Архангел, Саҡмағош, Кушнаренко, Учалы райондарында намыҫһыҙ подрядсылар юлдағы етешһеҙлектәрҙе үҙ иҫәбенә төҙәтә. Дәүләт комитеты комиссияһы июлдә баш ҡаланың Баҡалы урамында етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. Подряд ойошмаһы үҙ иҫәбенә асфальт түшәй.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан

#ВладимирПутин
Читайте нас: