Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Август 2019, 13:27

25 йәшең тулмайынса кредит бирмәйбеҙ

Рәсәйҙә 25 йәше тулмағандарға кредит биреүҙе сикләргә тәҡдим итәләр. Закон ҡабул итеүселәр фекеренсә, йәштәр артыҡ кәрәк булмаған әйберҙәр һатып алыу өсөн кредит менән файҙалана.

25-те уҙмаған граждандарға кредит тик торлаҡ һәм белем алыу өсөн ҡулланғанда ғына бирергә кәрәк. Ошондай мөрәжәғәт менән Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведевҡа Ленинград өлкәһе Закон сығарыу Йыйыны депутаты Владимир Петров сыҡҡан.

Депутат фекеренсә, йәш кешеләр ул тиклем кәрәкле булмаған әйберҙәр, мәҫәлән, модала булған гаджеттар, сит илдә ял итеү, ҡиммәтле автомобилдәр өсөн кредиттар менән файҙалана. Был ҡулланыусының беренсе маҡсаттарына тура килмәй.

35 йәшкә тиклемге рәсәйлеләрҙең яртыһының банктарҙа кредиттары бар, тип билдәләй Петров. «Был өлкәлә килеп сыҡҡан тотҡарлыҡтар никах, бала табыу һәм беҙҙең киләсәккә инвестициялар институтын үҫтереүгә ярҙам итеү өлөшөндә дәүләт мәнфәғәттәренә кире йоғонто яһай», - тип әйтелә депутаттың Медведевҡа мөрәжәғәте текстында.

Тәҡдим ителгән саралар йәштәрҙең финанс сәләмәтлеге өсөн уңайлы йоғонто яһарға тейеш тип һанай депутат.
Читайте нас: