Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Август 2019, 13:33

Умартасыларға ярҙам ҡарала

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 25 төбәктә 40 меңгә яҡын бал ҡорто ғаиләһе һәләк булған.

Бер нисә төбәктә умартасылар өсөн компенсация тураһында хәстәрлек күрергә булғандар.

Мәҫәлән, Курск менән Липецк өлкәләрендә ҡортсолар күпме зыян күргән, шул күләмдә ярҙам аласаҡ.

Башҡортостанда "Республикала умартасылыҡты үҫтереү" төбәк программаһына ярашлы, ҡорт пакеты йә башҡа кәрәкле йыһаздар алыуға киткән сығымдарҙың 50 процентын субсидиялау ҡарала.

Алтайҙа, Татарстанда, Ульяновск өлкәһендә лә дәүләт ярҙамы саралары эшләнә.

Бал ҡорттары быйыл, күбеһенсә, ауыл хужалығында умартасыларҙы иҫкәртмәйенсә баҫыуҙарҙы химик эшкәртеү һөҙөмтәһендә үлгән.

Йәнә лә иртә яҙ арҡаһында зарар килтереүселәрҙең тиҙ үрсеүе лә сәбәптәр исемлегендә

"Таң" гәзитенән.
Читайте нас в