Дәүләт башлығы Владимир Путин Ставрополь крайы башлығы Владимир Владимиров менән төбәктәге социаль-иҡтисади хәл һәм туризм тармағын үҫтереү мәсьәләләре тураһында фекер алышты, тип хәбәр итә "Кремлин.ру" сайты.
Ставрополь етәксеһе хәбәр итеүенсә, хәҙерге ваҡытта төбәктә ауыл хужалығы майҙандарының 96 процентында уңыш йыйып алынған, был уҙған йылға ҡарағанда 3 процентҡа күберәк. Шулай уҡ, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәктә һөт, ит етештереү артҡан.