Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Август 2019, 14:35

Илеш донъя баҙарына сыға

Районда Ағиҙел йылғаһының төбен тәрәнәйтеү эштәре башланды

Майҙа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә төбәктең агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса инвестиция проекттары ҡаралғайны. Унда ауыл хужалығы продукцияһын һыу транспорты менән сит илдәргә оҙатыу тураһында һөйләшеү булды. Илеш элеваторында бының өсөн мөмкинлектәр бар, әмма һыу транспорты өсөн Ағиҙел йылғаһы төбен 20 километр участокта тәрәнәйтергә кәрәк. Эштәр яҡынса 25 миллион һумға төшә. Инвестор элеваторҙы модернизацияларға ниәтләй. Сит ил партнерҙары хеҙмәттәшлеккә әҙер.

Әлеге ваҡытта “Илеш элеваторы” йәмғиә¬тендә йылғаны 4 метрға ҡәҙәр тәрәнәйтеү эштәре башланды. Һыу юлы менән ашлыҡты сит илгә сығарасаҡ предприятие тәрәнәйтеү эштәренә 25 миллион һум дәүләт ярҙамы алған. Был 3 мең тонна һыйҙырышлы “йылға-диңгеҙ” класслы һыу транспортына причалға яҡын килергә мөмкинлек бирәсәк. Продукцияны Балтик буйы илдәренә, Иранға һәм Төркиәгә экспортлау планлаштырыла.

Йылғаны тәрәнәйтеү эштәре Илеш районының Груздевка ауылынан Татарстан Респуб¬ликаһының Аҡтаныш районындағы Әжәкүл ауылына тиклем 23 километр арала башҡарыласаҡ. Проекттың подрядсыһы – “Камводпуть” учреждениеһы.

– Элек элеватор 2 мең тонна һыйҙырышлы һыу транспортына продукция төйәй ала ине. Күберәк иген һыйҙырышлы суднола ташыуҙың хаҡы ла түбәнерәк. Диңгеҙгә сығыр алдынан күсереп төйәргә лә кәрәк булмаясаҡ. Юғиһә, 1 тонна игенде яңынан төйәү 1,5 мең һумға төшә. Был уның хаҡына йоғонто яһаны. Хәҙер ул күтәрелергә тейеш, – ти Илеш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Нәбиев.

– Был эштәр теүәлләнғәс, беҙ навигация осоронда иген төйәп оҙатыу күләмен арттыра аласаҡбыҙ. Әлегә ҡәҙәр ул 50 мең тонна булһа, артабан 150 мең тоннаға ҡәҙәр иҫәп тота алабыҙ, – ти элеватор директоры Валерий Иванов.

Һыу юлы иң отошлоһо: суднолар минималь ресурстар тотоноп, ҙур күләмдәге йөктәрҙе ташый ала. Сағыштырыу өсөн шуны әйтеү ҙә етә: бер вагонға 71 тонна иген төйәргә мөмкин, тимәк, өс мең тонна иген һыйҙырышлы судно бер юлы 42 вагонды алып китә тигән һүҙ.
Читайте нас: