Банк етәксеһе Президентҡа июндә шундай кредиттарҙың уртаса 9,9 процент менән биреүҙәрен хәбәр итте һәм бының төп ставканың түбәнәйеүе менән үҙ-ара бәйләнешен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Әлеге ваҡытта Үҙәк банк яғынан билдәләнгән тенденцияға бәйле йыл аҙағына ҡәҙәр ставкалар төшә башлар тип иҫәпләйбеҙ", — тип белдерҙе Андрей Костин.
Президент шулай уҡ инфляцияның түбәнәйеүенә иҫәп тотоуын билдәләне.
Кредит ойошмаһы етәксеһе дәүләт башлығына ипотека баҙарында бер ниндәй ҙә өмөтһөҙлөк күрмәүен әйтте һәм тотороҡло ихтыяжды билдәләне.
Быннан алда Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Хөкүмәткә һәм Үҙәк банкка ипотека буйынса ставканы туғыҙ процентҡа ҡәҙәр төшөрөргә ҡушҡайны.