Документтарға үҙ имзаларын Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм компанияның генераль директоры Игорь Шахрай ҡуйҙы. Килешеүҙә Бөрйән районында ике ҡояш энергияһында эшләүсе электр станцияһын төҙөү күҙаллана. Үрге Бөрйән ҡояш электр станцияһы һәм Түбәнге Бөрйән ҡояш электр станциялары 10 МВт ҡеүәтенә эйә.
Әлеге мәлдә муниципалитетта электр менән тьәмин итеү 100 (Белорет – Иҫке Собханғол) саҡырым арала һуҙылған бер сымлы линия ярҙамында булдырыла. Ҡояш энергияһында эшләүсе электр станциялары 5 МВт ҡеүәте менән эшләйәсәк, уларға сәғәтенә 4МВт күләмле энергия һаҡлау системаһы беркетелгән. Был аккумуляторҙар бер юлы электр селтәре һәм үҙ көсө менән эшләргә мөмкинлек бирә. Шулай итеп, ҡояш станциялары тотош районды электр менән тьәмин итәсәк. Әгәр ҙә әлеге мәлдә эшләп тороусы электр линияларында ремонт эштәре йәки авариялы һүндереү булһа, автомлы рәүештә социаль объекттарҙың (дауахана, мәктәп, балалар баҡсалары) эшмәкәрлеген булдырасаҡ.
Проектҡа инвестициялар 1 млрд һумдан ашып китә. Ике станцияны ла йыл аҙағына тиклем ҡулланыуға тапшырыу планлаштырылған.
Әлеге көндә компания ошондай инвестициялар ярҙамында Башҡортостанда өс ҡояш электр станцияһын көйгә һалған. Хайбулла районында 20 МВт ҡеүәтле Бүребай, Көйөргәҙе районында 15 МВт ҡеүәтле Бөгөлсән, Ейәнсура районында 9 МВт ҡеүәтле Иҫәнғол ҡояш электр станцияһы эшләй. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 5 млрд һум тәшкил итә.