Дим буйҙары
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Сентябрь 2019, 16:05

Автопарк тулыланды

Бөгөн «Башавтотранс» предприятиеһы автобустарҙың сираттағы партияһын алды, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.

«Башавтотранс»ҡа ҙур автобустар тапшыра башланыҡ. Бөгөн — 12, 15 ноябргә тиклем бөтәһе 109 була. Киләһе йылдың апреленә ҡәҙәр «Башавтранс»ҡа, дөйөм алғанда, төрлө класлы 589 автобус бирелә (418-е тапшырылды), был пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын етди үҙгәртергә тейеш», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 августа республиканың берҙән-бер дәүләт ташыусыһы — «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы «Вектор Некст» маркалы урта класлы 180 автобус алды. Шуларҙың 90-ы — ҡалала, тағы шунсаһы ҡала тирәһендә йөрөү өсөн.

15 июлдә, шулай уҡ 9 һәм 20 августа предприятие ҡала-ара, ҡала һәм ҡала яны маршруттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 200-ҙән ашыу ҙур, урта һәм бәләкәй автобус асҡысы алды.

Бөтәһе 527 автобус һатып алыу өсөн быйыл республика ҡаҙнаһынан 2,1 миллиард һум бүленде. Киләһе йылда 433 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана.

«Башавтотранс»тың автобус паркын тулыландырыу менән барлыҡ район үҙәктәренән республиканың баш ҡалаһына даими автобус маршруттары асылды.
Читайте нас в