Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Сентябрь 2019, 08:54

Экспорт нигеҙҙәренә төшөнөргә теләһәгеҙ...

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге ошо йүнәлеш нигеҙҙәренә өйрәтеү буйынса семинарға саҡыра.

Бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре өсөн ойошторолған сара бер нисә махсус курстан торасаҡ.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Төбәк проекттарына ярашлы, беҙҙә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләр, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫеше хәл ителә. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларын.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо мәсьәләләргә арналған сараларҙың береһендәге сығышында экспортҡа йүнәлтелгән 800 компания барлығын, уларҙың 650-һе бәләкәй һәм урта предприятиелар булыуын әйтте. Шул уҡ ваҡытта экспорттың 90 процентын 20 эре тауар етештереүсе тәьмин итә. Тимәк, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы был йәһәттән үҫтереү шарт. Әлеге семинар – ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән сараларҙың бер өлөшө.
Курстарҙа тышҡы баҙарҙың беренсел анализы инструменттары, мөмкинлеге булған һатып алыусыларҙы һәм баһалау алымдары, тауарҙы һәм предприятиены экспортҡа әҙерләү, валюта түләүҙәрен ойоштороу үҙенсәлектәре, был эшмәкәрлектә осрауы ихтимал ауырлыҡтар, дәүләт ярҙамы һ.б. күп мәсьәләләр тәрән өйрәнеләсәк.
Йыл аҙағына тиклем ошондай 11 семинар уҙғарыу планлаштырыла.
Уларҙа ҡатнашыу бушлай. Бары тик www.exportedu.ru сайтында алдан теркәлеү генә талап ителә. Экспорт эшмәкәрлегенә өйрәнергә теләгәндәргә тейешле формала заявка һәм килешеү ебәреп, уларҙың төп нөхсәһен сарала күрһәтеү кәрәк.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
Читайте нас в