Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
27 Сентября 2019, 15:29
Форум эшен тамамланы
25-27 сентябрҙә Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең V Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы үҙ эшен тамамланы.
Унда 31 илдән һәм Рәсәйҙең 52 төбәгенән 2800 делегат ҡатнашты. Барлығы 30 эшлекле сара ойошторолдо, уларҙың 20-һе – секцияларҙа алып барылған һөйләшеүҙәр. Форумдың эшен 190 журналист яҡтыртты.
Ошо һәм башҡа йомғаҡтар, эш һөҙөмтәләре хаҡында журналистар менән ойошторолған финал осрашыуында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдерҙе.
Ойоштороусы яҡ та, сит ил делегаттары ла форумдың эшлекле шарттарҙа үтеүе һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүе хаҡында белдерҙе.
Форум барышында эшҡыуарлыҡты яҡлауға, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтелгән мөһим документтар ҡабул ителде. Мәҫәлән, халыҡ-ара кимәлдәге Эшҡыуарҙар клубын, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эшсе төркөм булдырыу хаҡында килешелде.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"