Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Октябрь 2019, 20:31

Нефть химияһы заводы – “Йыл экспортеры”!

II төбәк-ара экспорт форумында Волга буйы Федераль округында халыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендә “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы булып үтте. Еңеүселәр араһында Стәрлетамаҡтар ҙа бар.

“Яңы география” номинацияһында Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы беренсе урын яуланы. Предприятие конкурентҡа эйә аҙ күләмдәге химик матдәле киң профилле продукция, юғары октанлы ҡатнашмалар, синтетик каучук сығара. Ул ер шарының яртыһын тиерлек үҙ продукцияһы менән тәьмин итә, тип билдәләнеләр тантанала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙ мөрәжәғәтнамәһендә, Рәсәйҙә сеймал булмаған экспорт алты йылда ике тапҡырға артырға һәм йылына 250 млрд доллар кимәленә күтәрелергә тейеш, тигәйне.

Рәсәй экспорт үҙәге генераль директоры Андрей Слепнев та үҙ сығышында быйыл “Йыл экспортеры” премияһына ғаризалар күп булыуын билдәләп үтте. Был сит илгә үҙ тауарҙарын һатыусыларҙың артыуы тураһында һөйләй.
Читайте нас: