“Йыл экспортеры” премияһы экспорт бизнесын үҫтереү, халыҡ-ара сауҙа өлкәһендә яҡшы тәжрибә булдырыу өсөн ғәмәлгә ашырыла. Еңеүселәр төбәк һәм бөтә рәсәй этаптарында билдәләнә. “Яңы география” номинацияһында еңгән Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы уҙған йыл 14 яңы баҙар асты, улар араһында – Мексика, Ксения, Филиппин, Пакистан, Панама, Көньяҡ Африка Республикаһы. Бәйгелә кесе һәм урта бизнестың сәнәғәт предприятиелары һәм вәкилдәре ҡатнаша. Төбәк этаптарында еңеүселәр Бөтә Рәсәй конкурсы финалына үтә, ул Мәскәүҙә ноябрҙә ойоштороласаҡ.