Владимир Путинды "ОТЭКО" йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Мишель Литвак ҡаршы алды. Ил башлығы нефть һәм нефть продукцияһы, шыйыҡлатылған углеводород газдарының перевал комплексын ҡараны, причалда булды. Президент шулай уҡ Рәсәйҙәге берҙән-бер өс вагонлы бушатҡыс машинаны (тирмән принцибы менән бер юлы өс вагонды бушата ала) эшләтеп ебәреүҙә ҡатнашты.
Владимир Владимировичҡа порт төҙөлөшөндә килеп сыҡҡан археологик табыштарҙы ла күрһәттеләр.
"ОТЭКО" порт-индустриаль паркы - Рәсәйҙең көньяғында ғәмәлгә ашырылған иң ҙур инвестиция проекттарының береһе. Күҙалланған дөйөм инвестиция - 8 млрд доллар (порт объекттарын төҙөүгә һәм инфраструктураға һалынған сумманы ла иҫәпләп).
Финанслауҙы тотош компания тәьмин итә, федераль һәм төбәк бюджет сығымдары кәрәкмәй.