Эш шунда: полицияға ҡала банктарының кассаларынан мөрәжәғәттәр күбәйгән. Төрлө сауҙа нөктәләренән килгән аҡса араһында 1000, 2000 һәм 5000 һумлыҡ купюралар араһында ялғандары осраған. Йыл башынан Стәрлетамаҡта ошондай 17 осраҡ теркәлгән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары граждандарҙы һәм сауҙа хеҙмәткәрҙәрен абай булырға, аҡсаның ысынлығын тикшерергә саҡыра.
Статстика күрһәтеүенсә, енәйәтселәр йышыраҡ 5000 һумлыҡ купюраны яһай. Уларҙы, ғәҙәттә, баҙарҙа, киосктарҙа, яғыулыҡ ҡойоу станцияларында, бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттарында ҡулланалар. Ғәҙәттә, һатыусыларҙың иғтибарһыҙлығы арҡаһында енәйәт аҡса банкка килеп еткәс кенә асыҡлана.
Полиция хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: ҡулығыҙға шикле аҡса эләкһә, унан ҡотолорға ашыҡмағыҙ, шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.
"Башҡортостан" гәзитенән.