Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Ноябрь 2019, 19:54

Иғтибар: ташламалы ипотека

Торлаҡ алыу күп ғаиләләр өсөн һаман да иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Был йәһәттән ипотекаға таянабыҙ.

Бәләкәй балалары булған йәш ғаиләләр, ә һеҙ льготалы ипотека алыуға хоҡуғығыҙ барлығын беләһегеҙме? Йылына алты процент ставка менән. Бындай бәхет башҡа кемдәргә эләгә әле?

Был программаның шарттары буйынса, торлаҡ хаҡының алты процентын - ипотека юллаған ғаилә, ҡалған айырмаһын дәүләт түләй. Элек тә бындай ташлама бар ине, тик ул ҡыҫҡа ваҡытҡа бирелде, иң күбе – һигеҙ йылға. Хәҙер сикләү юҡ. Кредитты түләп бөткәнсе процент ставкаһы артмаясаҡ.

Кемдәр бындай программанан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә һуң? Льготалы ипотекаға 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе, өсөнсө һ.б. сабыйҙары тыуғандар һәм инвалид балалары булғандар иҫәп тота ала.

Ниндәй сикләүҙәр бар? Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡалалары һәм өлкәләренән айырмалы (уларҙа – 12 миллиондан), Рәсәй төбәктәре өсөн ипотека займы 6 миллион һумдан ашмаҫҡа тейеш. Әгәр һеҙ хужа буласаҡ фатирҙың хаҡы шул сумманан үтеп китһә, айырмаһын банктың ғәҙәти ставкаһы буйынса үҙегеҙгә түләргә тура киләсәк. Икенсенән, программа юридик шәхестән яңы төҙөлгән йәки йорт төҙөүсенән әҙер торлаҡ алыуға ғына ҡағыла. Өсөнсөнән, рәсми эшегеҙ булып, даими килем алыуығыҙ шарт.
Читайте нас: