Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Ноябрь 2019, 10:43

Был 5 ризыҡ ҡатын-ҡыҙ рационында булырға тейеш

Белеүебеҙсә, ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге даими иғтибар һәм ҡурсалауҙы талап итә. Көндәлек рациондың бер нисә ҡағиҙәһе - мотлаҡ пункттарҙың береһе.

1. Һөт ризыҡтары.

Буй-һындары һәм матурлыҡтары менән дан ҡаҙанған француз ҡатын-ҡыҙҙарының рационында сыр һәм йогурттар юҡҡа ғына төп урынды алмаған. Һөт ризыҡтарының төп микроэлементтары - кальций. Ул тештәр, сәстәр һәм тырнаҡтар сәләмәтлеге өсөн бик кәрәк. Әгәр инде кемгәлер лактоза тыйылған икән, һөт ризыҡтарын тофу сыры һәм сәтләүектәргә алыштырырға була.

2. Ҡыҙыл балыҡ.

Балыҡтың майлы сорттарында ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге өсөн алыштырғыһыҙ Омега-3 кислоталары бар. Был матдәләр тән тиреһе һығылмалығына булыша, күҙәнәктәр мембранаһын йәрәхәтләнеүҙән һаҡлай. Ҡыҙыл балыҡ ашайһың икән, биттә ваҡытынан алда һырҙар булмаясаҡ тигән һүҙ. Диетологтар сөмбаш, сөләймән, горбуша балыҡтарын аҙнаһына кәм тигәндә ике тапҡыр ашарға кәңәш итә.

3. С витамины.

Гүзәл заттар матурлығы өсөн С витамины ла бик кәрәк тип беләбеҙ. Тимәк, составында С витамины күп булған ризыҡтар ашарға кәңәш ителә. Былар: киви, мүк еләге, цитрустар, болгар боросо.

4. Брокколи.

Составында В витамины булғанға күрә, ғалимдар брокколины нерв системаһына уңай тәьҫир итеүен, организмда зыянлы матдәләр үрсеүгә ҡаршылыҡ күрһәтеүен асыҡлаған. Был йәшелсәне даими рәүештә ҡулланғанда, ул организмдың дөйөм эшсәнлеген яҡшырта һәм уның йәшлеген оҙайта. Ҡатын-ҡыҙҙарға аҙнаһына кәм тигәндә ике тапҡыр брокколи ашарға кәңәш ителә.

5. Әсе шоколад.

Эйе, шоколад та - бик файҙалы ризыҡ. Уның составында магний, марганец, баҡыр, цинк һәм фосфор бар. Был минералдар һөйәк туҡымаһы ныҡлылығы өсөн яуаплы, гормональ яҡтан да файҙалы. Табиптар артыҡ мауыҡмаҫҡа, һәм көнөнә ни бары 25 грамм әсе шоколад ашарға кәңәш итә.


Читайте нас: