Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Ноябрь 2019, 17:17

Ҡырым шифаханаһы беҙгә ҡиммәткә төштө

Ҡырымдың 2017 йылда Башҡортостанға тапшырылған “Юбилейный” шифаханаһында 475,4 миллион һум бюджет аҡсаһы һөҙөмтәһеҙ файҙаланыуы асыҡланған.

Был хәл бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбировтың асыуын килтерҙе. Бында башҡарылған эштәр хаҡын арттырыу, төҙөлөш материалдарын дөрөҫ һаҡламау, уларҙың баланста иҫәпләнгән бер өлөшөнөң бөтөнләй булмауы, үтәлмәгән эштәр өсөн аҡса түләү кеүек закон боҙоуҙар билдәле булған. Сифатһыҙ проект корпустарҙың баҫылыуына һәм ярылыуына килтергән. Һөҙөмтәлә, 99 миллион һумға капиталь ремонт эшләнгәндән һуң, корпустарҙы һүтергә тура килгән.

—Был хәл аптырата. Эштәр насар алып барылған. Директорға һәм уның урынбаҫарҙарына 7,5 миллион һум аҡса түләнгән. Беҙ яҡшы хеҙмәт хаҡы түләргә тейеш, ләкин яҡшы эштәр өсөн генә, — тип белдерҙе Радий Фәрит улы һәм был хәлде ентекле тикшерергә ҡушты.

Тикшереү материалдары күрһәтеүенсә, шифахана директоры - 170 мең һум, урынбаҫарҙары 120-150 мең һум хеҙмәт хаҡы алған.
Читайте нас: