Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Ноябрь 2019, 14:28

"Беҙҙең бренд" иң-иңдәрҙе билдәләйәсәк

Иртәгә, йәғни 20 ноябрҙә Өфөлә "Беҙҙең бренд" фестивале асыласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән дөйөм дәүләт проекттары араһында ауыл хужалығын үҫтереү йүнәлеше беҙҙең төбәк өсөн айырыуса актуаль, сөнки Башҡортостан элек-электән ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса илдә алдынғы урындарҙа булды. Был йәһәттән Башҡортостанда ойошторолған саралар ҙа быға асыҡ миҫал.

20-23 ноябрҙә Өфөнөң ВДНХ-Экспо күргәҙмәләр залында уҙған IV “Беҙҙең бренд” фестивалендә илебеҙҙең 19 төбәгенән 130 компанияның ҡатнашыуы көтөлә. Республиканан сарала ҡатнашыу өсөн 30 фермер хужалығы һайлап алынған.

Еңеүселәр 10 номинация буйынса билдәләнәсәк. Айырыуса аҙыҡ-түлек етештереүселәргә ҙур иғтибар биреләсәк.

kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас: