Күптән түгел 16 урман хужалығына тағы ла 30 техника, 136 берәмек трактор, урман ташыусы ауыр йөк автомобилдәре, янғын һүндереү техникаһы тапшырылды. Урман хужалығы һәм урман янғындарында ҡулланылған техниканы яңыртыу эш һөҙөмтәлелеген арттырырға ғына түгел, йәш белгестәрҙе лә был тармаҡҡа йәлеп итергә мөмкинлек бирә.
2024 йылға ҡырҡылған урмандар һәм ултыртылып юҡҡа сыҡҡан үҫентеләр тулыһынса тергеҙелергә тейеш. Быйыл беҙҙең республикала 14 мең гектар ерҙә ағас ултыртылған.
Яңы техника алыусылар араһында Йылайыр урман хужалығы ла бар. Яңы йөк машинаһы йылайырҙарға урман сәнәғәтен тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәргә ирешергә ярҙам итәсәк. Төбәктә иҡтисади үҫеш менән берлектә экология мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә. Киләһе 5 йылда урында 1 гектар ҡырҡылған урман урынына шул тиклем үк ағас ултыртылырға тейеш.
#нацпроекты#милли проекттар