Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Ноябрь 2019, 11:13

Банктар кредитты яңыса бирә башланы.

Бөтә банктар һәм микрофинас ойошмалары кредитты яңы ҡағиҙәләр буйынса бирә башланы

2019 йылдың көҙөнән бөтә банктар һәм микрофинас ойошмалары кредитты яңы ҡағиҙәләр буйынса бирә башланы. Хәҙер кешенең килеменән тыш, «бурыс йөкләмәһе күрһәткесе» — уның дөйөм килемендә барлыҡ кредиттары (шул иҫәптән ул дәғүә иткән) буйынса түләүҙәр өлөшө иҫәпкә алына.

Әгәр килемдең яртыһынан ашыуы кредит һәм займ түләүгә китә икән, бурыс йөкләмәһе күрһәткесе юғары тип һанала. Был хәүефле, сөнки аҙ ғына финанс ауырлыҡтары килеп тыуһа, кешенең, түләй алмайынса, бурыс һаҙлығына батыуы ихтимал.

Рәсәй банкы республика бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл башынан банктар Башҡортостанда йәшәүселәргә 258,6 миллиард һумлыҡ кредит биргән. Был уҙған йылдың ошо осорона ҡарағанда 14% күберәк. Тағы 463,8 миллиарды – элекке йылдарҙан ҡалған бурыс. Шул сумманың яртыһынан ашыуы — ҡулланыусылар кредиты. Аналитиктар билдәләүенсә, ваҡытында түләмәүселәр өлөшө кәмей. Йәғни халыҡ бурысҡа аҡса алыр алдынан ныҡлап уйлай.
Читайте нас: