Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Ноябрь 2019, 13:07

Октябрьскиҙа һөт кухняһы эшләй башланы

Был Башҡортостан етәкселегенең республика биләмәһендә һөт кухнялары эшен тергеҙеү һөҙөмтәһе булып тора.

Әле Башҡортостанда 3 йәшкә тиклем 150 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. Уларҙың 26 меңе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тура килә һәм бушлай һөт ризыҡтары алыуға хоҡуҡтары бар.

Быға тиклем һөт кухнялары тик Өфөлә генә урынлашҡайны. Быйыл 1 июлдә тағы берәүһе Стәрлетамаҡта асылды. Уның продукцияһын Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай райондарында, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат ҡалаларында йәшәгән 2118 бала ҡуллана.

Кисә, 20 ноябрҙә заманса һәм бар талаптарға яуап биргән һөт фабрика-кухняһы Октябрьский ҡалаһында ла асылды. Унда һөт, кефир, эремсек, йогурт етештерелә, тиҙҙән ассортимент 12 тауарға артасаҡ. Производство тәүлегенә 5 тонна һөттө эшкәртә ала, был йылына 1,5 млн порция тигән һүҙ. Һыйыр ағы ризыҡтары Октябрьский ҡалаһы, Туймазы, Бәләбәй, Әлшәй, Дыуан, Дәүләкән райондарында йәшәгән 1,2 мең балаға бүлеп биреләсәк. Ҡала биләмәһендә һөт ашамлыҡтарын таратыусы ике урын бар, һәр районда берәр пункт ойошторолған.

2020 йылдың 1 ғинуарынан льготалы категорияға ҡараған республиканың һәр балаһы бушлай һөт ризыҡтары - махсус ҡоро иҙелмәләр, ҡоро бутҡалар, кухнялар етештергән һәм сәнәғәт продукцияһы менән тәьмин ителәсәк.
Читайте нас: