Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
18 Декабря 2019, 09:08
Башҡортостан алға саҡыра!
Бөгөн. йәғни 18декабрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостан саҡыра!” I инвестиция форумы эш башланы.
Сара барышында төбәктең йоғонтоло инвестиция сәйәсәте мәсьәләләре ҡарала. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Башҡортостандың Конгресс-бюроһы, “Эшлекле Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
Форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша, модераторы – билдәле журналист һәм телевизион алып барыусы Владимир Познер. Сара барышында инвестицион килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ултырышын үткәреү, секцияларҙың эше ҡаралған. Республиканың “Башҡортостан саҡыра!” тип аталған презентацияһы, Әүҙем инвесторҙар клубының “Алга, Башкирия!” исемле ултырышы – форумдың төп саралары рәтендә.
– Быйыл инвесторҙар менән төбәк етәкселеге араһында коммуникация төҙөү системаһы үҙгәрҙе, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Ошо форум республиканың инвестиция йылына йомғаҡ яһаясаҡ, күрелгән сараларҙың йоғонтололоғона баһа бирәсәк, киләһе йылға бурыстар билдәләйәсәк.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"