Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Декабрь 2019, 11:54

Республикала “йәшел энергетика”ны үҫтереү өсөн шарттар бар

Өфөлә үткән “Башҡортостан саҡыра!” инвестиция форумында Мәскәү инжиниринг компанияһы вәкилдәре шулай тип белдерҙе. Ойошма беҙҙең республикала ел электр станциялары төҙөргә ниәтләй.

Мәскәү белгестәрен Өфөләге метро проекты ла ҡыҙыҡһындыра. Баш ҡала рельефын иҫәпкә алып, ер өҫтө метроһын төҙөү отошлораҡ күренә, тип иҫәпләй эксперттар.

Сит ил вәкилдәре лә энергетика менән ҡыҙыҡһына. Испания компанияһы йылылыҡ электр үҙәктәре төҙөүҙә ҡатнашырға һәм альтернатив энергетика проекттарын тормошҡа ашырырға теләй.

Башинформ.
Читайте нас: