Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Ғинуар 2020, 11:30

Милли проект: уңайлы ла, ҡулайлы ла

"Рәсәйҙең һанлы иҡтисад" милли проекты бурыстарына ярашлы, хәҙер Башҡортостан халҡы төҙөлөшкә рөхсәтте электрон форматта алыу мөмкинлегенә эйә.

Әле республикала 47 район ошо рәүешле эш итә лә инде. “Уңайлы ла, ҡулайлы ла”, - ти улар был хаҡта.
Электрон документтар менән эш итеү – бөгөн бизнесты алыу барыу һәм инвестиция йәлеп итеүҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Бындай мөрәжәғәттәрҙе кире ҡағыу - һирәк күренеш, ә заявка тиҙ арала ҡарала. 2021 йылға ошо рәүешле төҙөлөшкә рөхсәт алыу 70 процентҡа етергә тейеш.
Алда әйтелгәнсә, был эш “Рәсәйҙә һанлы иҡтисад” милли программаһына ярашлы башҡарыла. Ул үҙ эсенә алты федераль проектты ала: “Һанлы мөхитте норматив көйләү”, "Мәғлүмәти инфраструктура”, “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар”, “Мәғлүмәти хәүефһеҙлек”, “Һанлы технологиялар”, “Һанлы дәүләт идараһы”.
Читайте нас: