Дим буйҙары
+3 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
13 Января 2020, 08:25
Әсәлек капиталы күләме арттырылды
Рәсәйҙә әсәлек капиталы күләме арттырылды. Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, әсәлек капиталы күләме 466 мең 617 һумға тиклем арттырылды.
Былтырғы менән сағыштырғанда уның суммаһы 13,6 мең һумға йәки 3% артты. Индексация уҙған йылдың аҙағына сертификатта тулы йә иһә өлөшләтә күләмдә аҡсаһы булған барлыҡ ғаиләләргә ҡағылды. Рәсәйҙең Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, улар бөтәһе – 3,4 миллион ғаилә. Бөгөн ғаиләләр әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу – торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү, төҙөлгән торлаҡҡа сығымдарҙы ҡаплау, балаларҙы уҡытыу – балалар баҡсаһы, мәктәп йәки вуз хеҙмәттәре өсөн түләү, икенсе балаһы 2018 йылдан һуң тыуған түбән килемле ғаиләләр өсөн айлыҡ түләүҙәр алыу, инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыу, әсәнең пенсияһын арттырыу – әсәлек капиталы аҡсаһын пенсия тупланмаларын формалаштырыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән